16 августа Баймаҡ районында Граф күле буйында барған «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ҡунаҡтарына «Арғымаҡ ат юл башлар, ағыллы ир ил башлар» театрлаштырылған тамашаһы тәҡдим ителде. Ул джигитовка ярышын һәм артистарҙың сығыштарын берләштерҙе. Тамашаның үҙәгендә бер символ – ат дағаһы булды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, «ер ҡеүәте һәм ат көсө менән нығынған, ут эсендә нығынған ат дағаһы» тураһында һүҙ бара – ул һәр саҡ уңыш.
Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары байрамға ижад иткән йырҙы башҡарҙы. Һүҙ башҡорт халҡын һәм башҡорт атын данлаусы сәйәхәтсе һыбайлы хаҡында бара. Ә тоғро ат уға тура юлды күрһәтә.
Радий Хәбиров тамашасылар менән бергә 500-ҙән ашыу һыбайлы ҡатнашҡан башҡорт аттары парадын ҡараны.
«Баймаҡ иле өсөнсө тапҡыр «Башҡорт аты» фестивален ҡабул итә. Был һабантуй ғына түгел, күпкә әһәмиәтлерәк ваҡиға. Был беҙҙең ата-бабаларыбыҙға, тарихыбыҙға һәм башҡорт халҡының тоғро дуҫы – атҡа ихтирамыбыҙ. Ысынлап та, шулай килеп сыҡты: Рәсәй халыҡтары тарихы дауамында ат тоғро юлдаш, дуҫ һәм союздаш булды. Ә фестивалдең маҡсаты – башҡорт атын популярлаштырыу, традицион ҡымыҙсылыҡты, йылҡысылыҡты йылдам үҫтереү. Ғилми яҡтан бик әһәмиәтле, үҙебеҙҙең башҡорт атын нисек һаҡлап ҡалыу тураһында бер төркөм фекер алышыуҙар үткәрәсәкбеҙ. Үткән йыл башҡорт аты исеменә патент алыуыбыҙҙы беләһегеҙ. Хәҙер башҡорт аты хоҡуҡи яҡтан яҡланған. Һәм барыбыҙға ла башҡорттоң тоғро юлдашының - башҡорт атының генофондын һаҡлап ҡалыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Был – ҙур мәҙәни һәм спорт байрамы. Бөгөн Баймаҡ районы халҡына майҙансыҡты тәьмин иткәндәре, хәстәрлектәре өсөн, бик күп ҡунаҡтарҙы йыйған ҙур байрамды ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт әйтмәксемен. Ә был байрам халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде лә инде. Йылдан-йыл сит илдәрҙән делегацияларҙың артыуын күрәбеҙ. Сөнки бөтә халыҡтар өсөн дә ат ысын мәғәнәһендә ҙур тарихтың бер өлөшө булып тора. Ысын күңелдән бөгөн барыһына ла матур кәйеф теләгем килә, яҡты хис-тойғолар ҡалһын, йылҡысылыҡ өлкәһендәге белгестәр тармаҡты үҫтереү йүнәлешендә эшләгән эштәрендә уңыштар теләйем. Байрам менән», — тине Радий Хәбиров фестивалде асыу тантанаһында.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Автор: Азат Ғиззәтуллин