Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
14:36 (UTC+5), 16 Августа 2024

Өфөнән Курск өлкәһенә һарымһаҡ һәм дарыуҙар оҙатылды

Халыҡ фронты тарафынан әҙерләнгән гуманитар йөктөң тағы бер партияһы Өфөнән Курск өлкәһенә юлланды. Украина Ҡораллы Көстәре һөжүменән зыян күргәндәр өсөн дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, түшәк кәрәк-яраҡтары, гигиена саралары һәм мал аҙығы йыйылған.

Был инде Курск халҡына ебәрелгән икенсе гуманитар ярҙамы. Дөйөм алғанда, Курск өлкәһе өсөн Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе биш тоннанан ашыу гуманитар ярҙам йыйған.

«Эшҡыуар Динар Әбдрәшитов 50 килограмм самаһы һарымһаҡ ебәрә. Һалҡын көндәр алдынан тәбиғи антибиотик – миҙгел сирҙәрен иҫкәртеү өсөн иң яҡшы сара. Елена Круглова кешегә генә түгел, хайуандарға ла ярҙам кәрәклеген билдәләне. Шуға күрә ул эттәр өсөн аҙыҡ һәм түшәк кәрәк-яраҡтары ебәргән. Табиптар профсоюзы һәм Башҡортостан йәмәғәтселеге ярҙамынан тыш, гуманитар ярҙамды йыйыу мөмкин булмаҫ ине», — тиелә «Башҡортостандың халыҡ фронты» телеграм-каналында.

Гуманитар ярҙамды Өфөлә Киров урамы, 1-се йорт адресы буйынса 138-се кабинетҡа тапшырырға мөмкин.

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-08-16/iz-ufy-v-kurskuyu-oblast-otpravili-chesnok-i-medikamenty-3889219

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика