Омск ҡалаһында казарма емерелеү һөҙөмтәһендә аяҡтарын юғалтҡан Өфө блогеры тағы ла бер тауҙы яуларға йыйына. Социаль селтәрҙә ул Араратҡа күтәрелеүе тураһында һөйләне. Рөстәм 3200 метр бейеклектә урынлашҡан тәүге лагерға килеп еткән дә инде. Ул был ҡатмарлы бейеклек икәнен күрһәтте. Ә бөгөн уларҙың төркөмө 4200 метр бейеклектә урынлашҡан икенсе лагерға барып етергә тейеш.
«Бынан 10 саҡрым йәйәү барырға тура киләсәк. Тау тәүге лагерҙан күренмәй, ҡулдарымда бөтәһе 20 саҡрым үтәсәкмен. Мин үҙемде яҡшы тоям, һауа торошо һәйбәт. Был еңелдән булмаясаҡ», – тине ул.
Рөстәм Нәбиев Омск ҡалаһында Һауа-десант көстәренең уҡыу үҙәге казармаһы емерелгәс, аяҡһыҙ ҡалды. Был уға тулы ҡанлы тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, хатта тауҙарҙы яуларға ҡамасауламай. 2020 йылда ул үҙ ҡулдары менән Эльбрус түбәһенә күтәрелде. Ә 2021 йылда Непалдағы һигеҙ мең метр бейеклектәге Манаслу тауын яуланы. Шулай уҡ Нәбиев Килиманджаро (5895 метр) һәм Аконкагуа (6962 метр) түбәләренә менде.
Автор: Ләйсән Закирова