Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2024, 15:24

Яугир Башҡортостан хәрбиҙәре өсөн нимә мөһим булыуы хаҡында һөйләне

Махсус хәрби операция зонаһында башҡорт хәрбиҙәре яу заданиеларын лайыҡлы башҡара һәм улар өсөн яҡташтары менән берҙәм булыу мөһим. Ҡырмыҫҡалынан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ялға ҡайтҡан “Альба” позывнойлы СВО-ла ҡатнашыусы шулай тип иҫәпләй.

Яугирға 39 йәш. Фронтҡа ул өлөшләтә мобилизация сиктәрендә 2022 йылдың 25 сентябрендә юллана. Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн “Альба” дәүләт наградалары менән бүләкләнә. “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” һәм “Донбассты азат иткән өсөн” миҙалдары менән наградаланған.

“Беҙҙең хәрбиҙәр лайыҡлы хеҙмәт итә. Унда, алғы һыҙыҡта, яныңда яҡташың, көрәштәшең булыуы бик мөһим. Ҡыҫҡа ваҡытта бер ғаиләгә әйләндек. Егеттәр араһында паникаға бирелеү ҙә, өмөтһөҙлөк тә юҡ, барыһы ла еңеүгә ынтыла, һәм ул, һис шикһеҙ, беҙҙеке буласаҡ”, – ти көрәшсе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме арттыРәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклемге осорҙа килешеү төҙөгән хәрбиҙәргә 400 мең һум күләмендәге түләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостан һалдаттары бер юлы дөйөм алғанда 1 миллион 205 мең һум аласаҡ.

122 йәки (347) 218-19-19, һайлау пунктына (347) 248-29-31 һандары буйынса шылтыратып, тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-08-13/mobilizovannyy-rasskazal-chto-vazhno-na-svo-dlya-voinov-iz-bashkirii-3883344

Читайте нас