Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың Өфөләге һәйкәле төшөрөлгән конверт почта әйләнешкә сығарылды. Тантаналы сара Өфө почта бүлексәһендә үтте.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм Рәсәй почтаһының төбәк идаралығы директоры Ленард Шафиҡов ҡатнашты. Йола буйынса улар конверттарға ҡул ҡуйҙы һәм фотоға төштө.
– Конвертта стандарт почта маркаһы бар, уның хаҡы Рәсәй сиктәрендә почта ебәреүҙең тарифына тура килә. Уның тиражы 300 мең дана тәшкил итә. Конвертты сығарыуҙан тыш, махсус почта тамғаһы эшләнде, — тип хәбәр иттеләр төбәк Федераль почта хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Конверттарҙы Өфө һәм Башҡортостан почта бүлексәләрендә һатып алырға мөмкин. Өфөлә Ленин урамы, 28 адресы буйынса Рәсәй почта бүлексәһендә махсус мисәт ҡуйҙырырға мөмкин.
Быға тиклем Башҡортостан Милли банкы бүлексәһендә Рәсәй банкының «Өфөгә ойошторолоуға 450 йыл» иҫтәлекле тәңкәһен презентациялау үтте, тип хәбәр итте «Башинформ».
Иҫтәлекле тәңкә 2024 йылдың 3 июнендә «Ҡалалар» серияһында әйләнешкә сығарылған. Тәңкә 925-се келәймәле көмөштән эшләнгән, номиналы 3 һум, тиражы 3000 дана.
Автор: Галина Бахшиева