Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.9
0
96.05
0
65.51
+0.98
5+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Август 2024, 10:28

«Рекрут» проекты буйынса контракт төҙөгән тәүге һалдат СВО зонаһына юллана

Башҡортостанда «Рекрут» проекты буйынса контракт төҙөгән тәүге һалдат СВО зонаһына юлланасаҡ.

«Мин үҙебеҙҙең егеттәргә ярҙам итергә булдым. Ниәтем ныҡлы», – тине «Туз» позывнойлы хәрби һәм СВО зонаһында күп дуҫтары, таныштары хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Рекрут» проектын ойоштороусы – Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан төбәк бүлеге. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был башланғысты хупланы.

Йәш йәки һаулыҡ мөмкинлектәренә бәйле бөтә патриоттар ҙа СВО зонаһына юллана алмай, әммә һәр кем илебеҙҙең именлегенә һәм сәскә атыуына үҙ өлөшөн индерә ала. Шуға күрә республика етәкселеге ДОСААФ-тың Рәсәй Ҡораллы Көстәренә контрактсы һалдаттарҙы йәлеп иткән ирекмәндәрҙе дәртләндереү буйынса башланғысын хупланы. Был ирекмәндәр ғаилә һәм шәхси ваҡытына зыян килтереп, үҙ иҫәбенә Башҡортостан буйлап күп йөрөй, агитация, аңлатыу эштәре алып бара, уларға ярҙам күрһәтеү эштең сифатын күтәрәсәк.

«Рекрут» проектына ярашлы, ирекмәнгә һәр бер контрактсы өсөн 50 мең һум аҡса түләнә. Проектта дәүләт һәм муниципаль, хәрби һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән башҡа, 18 йәше тулған һәр кем ҡатнаша ала.

«Рекрут һәм ғариза биреүсе яҡындағы ДОСААФ бүлексәһенә килә, унда аңлатыу эштәре алып барыла, унан һуң буласаҡ һалдат йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә. Ул медицина комиссияһы үтеп, артабан контракт төҙөү өсөн республика һайлап алыу пунктына юллана», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр «Башинформ» агентлығына ДОСААФ-та.

Һалдат хәрби часҡа килеү менән ирекмәнгә шунда уҡ 50 мең һум түләнәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклем килешеү төҙөгән хәрбиҙәргә 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Быға тиклем Башҡортостанда республика етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр күләме арттырылды. Шулай итеп, федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостан хәрбиҙәре бер юлы 1 миллион 205 мең һум аҡса аласаҡ.

«Рекрут» проектына ҡағылышлы бөтә һорауҙар буйынса Башҡортостандың Ситуация үҙәгенә 8 (347) 218-19-19 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Автор: Вероника Никитина

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-08-11/v-bashkirii-po-proektu-rekrut-v-zonu-svo-otpravitsya-pervyy-kontraktnik-3880793

Читайте нас: