

Башҡортостан Башлығы Стәрлетамаҡты урап үткән юлды киңәйтеү эштәре башланыуы хаҡында белдерҙе.
– Был аҙнала “Росавтодор” етәксеһе Роман Новиков менән Стәрлетамаҡты урап үткән юлды киңәйтеүгә старт бирәбеҙ. Халыҡ уны күптән көтә ине. Ергәнгә тиклем һуҙасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, иҫке юл авария хәлендә.
«Әлбиттә, был эш тиҙ башҡарылат торған түгел. Әммә быйыл тәүге ҡатын һала башлайбыҙ тип килештек. Алла бирһә, иң бысраҡ эште быйыл атҡарабыҙ. Ошо аҙнала башланырға тейеш», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Быға тиклем Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы Стәрлетамаҡ ҡалаһының Нахимов урамында ремонт эштәренең тамамланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
Автор: Галина Бахшиева
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.