Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2024, 17:20

Өфөлә 2024 йылда тәүге «Башҡорт ихатаһы» файҙаланыуға тапшырылды

 Өфөлә йылдан-йыл төҙөкләндерегән ихаталар арта. Кисә баш ҡаланың Дим биҫтәһендә 4 күп фатирлы йортто берләштергән ихата комплекслы төҙөкләндереүҙән һуң асылды.

«Башҡорт ихаталары» республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ухтомский, 16 һәм Мусоргский урамдарындағы, 23, 25, 25/1 йорттарҙың ихата майҙаны төҙөкләндерелде. Бында юлдарҙың һәм тротуарҙарҙың асфальт япмаһы, фасадтар һәм подъездарға инеү урындары яңыртылды, парковка урындары киңәйтелде, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлдө, йәшел майҙандар барлыҡҡа килде.

Эш халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә, уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып башҡарылды. Ҡала халҡы башҡарылған ремонттан ҡәнәғәт, республика, ҡала һәм район етәкселегенә рәхмәтле.

– Республика программаһы ярҙамында йыл һайын Өфөлә тиҫтәләгән ихата төҙөкләндерелә. Ул үҙенең актуаллеген һәм файҙалы булыуын күптән иҫбатланы. Шуныһы ҡыуаныслы, «Башҡорт ихаталары» ҡала халҡының туранан-тура ҡатнашлығында һәм уларҙың контроле аҫтында тормошҡа ашырыла. Ә беҙ, муниципаль депутаттар, был йәһәттән уларға ярҙам итәбеҙ, — тип белдерҙе 1-се һайлау округы буйынса депутат, ҡала округы башлығы, Өфө ҡалаһы Советы рәйесе Марат Вәсимов.

Йолаға ярашлы, эш тамамланғас, уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, спорт саралары, сәй эсеү һәм 3-сө Балалар сәнғәт мәктәбе артистары башҡарыуында концерт ойошторолдо.

«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, «Башҡорт ихаталары» программаһы республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2019 йылда тормошҡа ашырыла башланы.

Автор: Сергей Николаев

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-08-08/v-ufe-otkrylsya-pervyy-v-2024-godu-bashkirskiy-dvorik-3878334 

Читайте нас