Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июль , 12:17

Башҡортостан табиптары ВИЧ тураһында ентекле һөйләне

Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге
Фото:Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге

Ҡалала йәшәгән урта йәштәрҙәге ир менән ҡатын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был гәзиттең «Танышыу» бүлегендәге иғлан түгел, ә Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияһы менән сирләгән кешенең «портреты».

«Әгәр элек беҙ ВИЧ — наркомандар ауырыуы, тиһәк, хәҙер хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Был халыҡтың маргиналь ҡатламдары түгел, ә социаль яраҡлашҡан, эшләп йөрөгән, әүҙем кешеләр. Бөгөн ВИЧ-инфекциянан бер кем дә страховкаланмаған», — тине республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров «Башинформ» менән әңгәмәлә.

ЭШКӘ ҺӘЛӘТЛЕ ЙӘШТӘГЕ КЕШЕЛӘР

Республикабыҙҙа ВИЧ-инфекциялыларҙың 90% ашыуы — эшкә яраҡлы йәштә. Рафаэль Яппаров һүҙҙәренсә, 2000 йылдан башлап 31-40 йәшлектәр (2000 йылда 23,1% алып  2023 йылда 33,4% тиклем) һәм 41-50 йәшлектәр (2,8% алып 32,5% тиклем) араһында ВИЧ йоҡтороуҙың артыуы, ә 21-30 йәшлектәр араһында (2000 йылда 69% алып 2023 йылда 9,9% тиклем) сирлеләрҙең кәмеүе күҙәтелә. Былтыр Башҡортостанда асыҡланған осраҡтарҙың күпселеге 35-44 йәшкә тура килә — 37,7%. Сағыштырыу өсөн: 2022 йылда был күрһәткес 42,8% ине.

Башҡортостанда ВИЧ- инфекциялылар араһында ир-егеттәр күберәк — 55,6%, әммә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йылдан-йыл арта бара. 90-сы йылдарҙа — 2000 йылдар башында сирле ҡатын-ҡыҙҙар 5% ҡына ине. Былтыр республикала ВИЧ йоҡторған ҡатын-ҡыҙҙарҙың 73 % репродуктив йәштә булған.

Әлеге көндә ВИЧ-инфекция йоҡтороуҙың енси юлы киң таралған. Мәҫәлән, 2004 йылда енси юл менән мәкерле сир таралыу осраҡтары 20,5% булһа , уҙған йылда иһә 90%. Шул уҡ ваҡытта республикала инфекцияның парентераль юл менән күсеүе лә актуаллеген юғалтмай (9,5%).

ХӘЛ КӨСӨРГӘНЕШЛЕ, ЛӘКИН КОНТРОЛДӘ ТОТОЛА

Республикала ВИЧ-инфекция проблемаһы һаман көсөргәнешле булып ҡала. Һуңғы өс йылда сир йоҡтороу кимәле 16% кәмегән. Былтыр беҙҙә ВИЧ менән ауырыу күрһәткесе 100 мең кешегә 34,2 тәшкил иткән (2022 йылда — 34,7, 2021 йылда — 40,7).

Ошо йылдар эсендә Башҡортостанда 42 061 сирле асыҡланған. Хәҙер ВИЧ-инфекция республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында теркәлгән.

Былтыр ғына 1396 пациентҡа «ВИЧ-инфекция» тигән диагноз ҡуйылған. Әлеге ваҡытта инфекция Күмертауҙа, Салауатта һәм Стәрлетамаҡта, шулай уҡ Әбйәлил, Дыуан, Әлшәй, Благовещен, Балаҡатай, Бөрө, Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Ғафури һәм Мәсетле райондарында ныҡ таралған (республика буйынса уртаса күрһәткестән 1,5 тапҡырға күберәк).

Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияға тикшереү үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә, сир йоҡтороу осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. 2020 йылда — 920,6 меңдән ашыу, былтыр иһә 1,385 миллион самаһы кеше тикшерелгән.

Республикала диспансер күҙәтеүе аҫтында булған, шулай уҡ антивирус терапияһын алған кешеләр һаны ла арта. ВИЧ менән сирләгән пациенттарҙы күҙәтеү һәм дауалау йәһәтенән саралар ҙа әһәмиәткә эйә. Һүҙ СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең күсмә бригадалары тураһында бара. Бынан тыш, төбәктә Пациент мәктәбе һәм табип-инфекционистарҙың онлайн-консультация биреү эше ойошторолған. Дарыухана селтәрҙәре аша рецепт буйынса ВИЧ-инфекцияны һәм вируслы гепатиттарҙы дауалау өсөн антивирус препараттарын алырға мөмкин. «Балалар плюс» хәйриә фонды психологы һәм «Ыңғай мөхит» ойошмаһы консультанттары уңышлы эшләй.

ВИЧ-СТАТУСЛЫ ЙӨКЛӨ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР

Буласаҡ әсәләр тураһында һүҙ алып барғанда, былтыр республикала ыңғай ВИЧ-статуслы 350 ауырлы ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. 2022 йылда улар бер аҙ күберәк — 370 кеше булған.

«ВИЧ-тың перинаталь юл менән күсеүен химия ярҙамында иҫкәртеү йөклө ВИЧ-инфекциялы ҡатындарҙың барыһына ла тәғәйенләнә», — тип билдәләнеләр СПИД менән көрәш үҙәгендә.

Әйткәндәй, быйыл тыуғандан алып (20 йылдан ашыуыраҡ) ВИЧ диагнозы менән йәшәгән бер нисә ҡатын-ҡыҙ һау-сәләмәт бала тапҡан.

«Был медицина өсөн мөһим ҡаҙаныш булып тора һәм заманса дауалау ысулдарының ВИЧ менән ауырыған ҡатын-ҡыҙҙарға инфекция йоҡтормаған сабый тыуҙырырға мөмкинлек биреүен раҫлай», — тип белдерҙе республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров.

ВИЧ-ИНФЕКЦИЯҒА ҠАЙҘА ТИКШЕРЕЛЕРГӘ МӨМКИН?

Вич-инфекцияһына бушлай анализды йәшәгән урын буйынса поликлиникала тапшырырға мөмкин. Шулай уҡ СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә йәки уның филиалдарында бушлай һәм аноним рәүештә анализ бирергә була. Бынан тыш, шәхси клиникаларҙа бер ниндәй документһыҙ ВИЧ-ҡа тест тапшырыу мөмкинлеге бар.

ВИЧ-инфекциялылар тураһында мәғлүмәт бер ҡайҙа ла, бер кемгә лә тапшырылмай. Уны ВИЧ менән эшләгән инфекционистар ғына инеп ҡарарға мөмкин. Башҡа табиптар уны ҡарай алмай.

ИҪКӘРТЕҮ — БӨЙӨК КӨС

ВИЧ-инфекция менән ҡаршы көрәш саралары араһында профилактика мөһим урынды биләй.

«Халыҡ араһында дөрөҫ алып барылған эшмәкәрлек ВИЧ-инфекция йоҡтороу осраҡтарын 30% тиклем кәметергә мөмкинлек бирә, — тине СПИД менән көрәш үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Гөлфиә Иҙрисова. — ВИЧ-инфекцияның таралыуын иҫкәртеү өсөн халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, әхлаҡи һәм енси тәрбиә эшенә көс һалырға кәрәк».

Белгестәр билдәләүенсә, үҙ һаулығыңа аңлы ҡараш бик мөһим. Йылына бер тапҡыр булһа ла, иң яҡшыһы, ярты йылға бер ВИЧ-ҡа анализ биреп торорға кәрәк.

ВИЧ — үтә  хәүефле инфекциялар иҫәбенә инмәгән хроник ауырыу. Был чума ла, холера ла түгел. ВИЧ-инфекция һауа-тамсы юлы менән йәки көнкүрештә йоҡмай.

Вирус йоҡтороуҙың енси юлын иҫкәртеүгә килгәндә, барьерлы һаҡланыу ысулдарын ҡулланырға кәңәш ителә. Бигерәк тә осраҡлы бәйләнештәр тураһында һүҙ барғанда. Бындай бәйләнештәрҙең нимәгә килтереү ихтималлығын яҡшы аңларға кәрәк, ти табиптар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ВИЧ-инфекциялыларға ҡарата ҡырын ҡараш һаҡлана. Менталитет, ВИЧ-ҡа мөнәсәбәт бик әкрен үҙгәрә.

«Бына ни өсөн күптәр һаман тикшерелергә ҡурҡа. Әгәр вирус асыҡланһа, бер генә юл — үҙ-үҙеңә бикләнергә ҡала, тип ышана улар. Был бөтөнләй дөрөҫ түгел. ВИЧ менән тулы ҡанлы тормош алып барырға, оҙаҡ йәшәргә, эшләргә, ғаилә ҡорорға, бала табырға мөмкин. Иң мөһиме, махсус, заманса препараттар ҡулланырға кәрәк. Уларҙы бушлай алырға була. Был дарыуҙарҙы эскәндән һуң йәшәү сифаты яҡшыра ғына», – тип йомғаҡ яһаны республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-25/znat-chtoby-predotvratit-mediki-bashkirii-dostupno-o-vich-3860845

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: