Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
06:16 (UTC+5), 19 Июля 2024

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыуға батып барған кешене ҡотҡарған өс яҡташыбыҙҙы бүләкләй

Фото: Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Ксения Калинина

Башҡортостандан 17 йәшлек Даниил Тураев, 16 йәшлек Максим Гришуков һәм 16 йәшлек Айҙар Хәбиров Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ведомство наградаларына тәҡдим ителә. Был турала министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 17 июлдә Наратаҫты ауылы эргәһендәге Шаран һыуһаҡлағысында өс егет 49 йәшлек ирҙе ҡотҡарған. Егеттәр һыуһаҡлағыс ярында ял иткән ваҡытта иҫерек ирҙең һыу төшкәнен күргән. Ҡапыл ул күҙҙән юғалған. Улар шунда уҡ уға ярҙамға ташланған һәм ярға һөйрәп сығарған.

Даниил — Туймазы юридик колледжының беренсе курсы студенты, Максим һәм Айҙар — 9-сы класс уҡыусылары. Уларҙың барыһы ла Наратаҫты ауылы урта мәктәбен тамамлаған. Егеттәр әйтеүенсә, уларға ирҙе ҡотҡарырға тормош хәүефһеҙлеге дәрестәре уҡытыусыһы Марсель Ғиниәтуллиндан алған белеме ярҙам иткән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-19/mchs-rossii-nagradit-troih-rebyat-iz-bashkirii-spasshih-tonuschego-muzhchinu-3854241

«Ракетные войска и артиллерия» төркөмө, Vk«Ракетные войска и артиллерия» төркөмө, Vk
Фото: «Ракетные войска и артиллерия» төркөмө, Vk
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика