Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.19
+0.14
93.01
+0.5
66.95
+0.06
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2024, 10:44

Фәтхулла Юламановҡа — 101 йәш

Рөстәм Шәриповтың социаль селтәрҙәре
Фото:Рөстәм Шәриповтың социаль селтәрҙәре

Хәйбулла районында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Әһлиулла улы Юламановҡа 101 йәш тулған. Район башлығы Рөстәм Шәрипов уны ошо күркәм байрамы менән тәбрикләгән.  

«Бөгөн Хәйбулла районының иң оло кешеһе Фәтхулла Әһлиулла улы Юламанов тыуған көнө уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итә. Уның тормош юлы ихтирамға һәм рәхмәткә лайыҡ, үҙ иленә сыҙамлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө булып тора. Ул 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының утлы юлдарын үткән. Аҡһаҡал намыҫлы һәм фиҙакәр хеҙмәте менән район үҫешенә ҙур өлөш индергән. 101 йәшендә лә ул оптимист, күңел күтәренкелеген һаҡлай. Көн һайын ике сәғәт йәйәү йөрөй, был уның сәләмәт йәшәү рәүешенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Тормошто яратыуы, көс-дәрте һәм тирә-йүндәгеләргә ярҙам итеү теләге — барыбыҙ өсөн дә илһам сығанағы. Яҡташыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр яңы көн шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхет һәм һөйөү менән тулы булһын», — тип яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-15/zhitel-bashkirii-fathulla-yulamanov-otmetil-101-y-den-rozhdeniya-3849634

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: