

2024 йылдың башынан Башҡортостанда яңы донъяға килгән сабыйҙарҙың һирәк осраған һәм популяр исемдәрен аталды. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.
Ҡыҙҙарға һирәк ҡушылған исемдәр: Йәнилә, Дильназа, Любава, Фрида, Оишахон. Ә малайҙар араһында Арнольд, Рихард, Ансор, Одиссей, Луис Адриан исемдәре бик аҙ.
Республикала Әминә, София, Арина, Ева, Йәсминә кеүек ҡатын-ҡыҙ исемдәре популяр. Малайҙарға йышыраҡ Әмир, Марк, Тимур, Артем, Эмир тип ҡушҡандар.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2023 йылда Башҡортостанда 3,8 меңгә яҡын кеше үҙенең исемен алмаштырған.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.