Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2024, 15:26

Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәренең Рус география йәмғиәте активистарына Башҡортостандың туристик объекттары хаҡында һөйләне

автор
Фото: автор

5 июлдә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан Башлығы Рус география йәмғиәтенең Төбәктәр советы ултырышында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Республика Рус география йәмғиәтенең федераль проекттарында әүҙем ҡатнаша һәм ҡатнашыусылар, майҙансыҡтар һаны буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Беҙ элекке Советтар Союзы биләмәһендә ЮНЕСКО статусын эйә «Янғантау» геопаркы ойошторолған тәүге төбәк булдыҡ. Геопарк үҫешә, яңы йәлеп итеү урындары барлыҡҡа килә. Ике аҙна элек кенә бында «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркын астыҡ. Ошо үҙенсәлекле тарихи паркта милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тормошона арналған ҡыҙыҡлы объекттар бик күп», - тине Радий Хәбиров.

«Торатау» геопаркы ла халыҡ-ара статус алырға ынтыла. Бында ғәйәт ҙур эш башҡарылды: визит-үҙәк асылды, 697 баҫҡыслы экоһуҡмаҡ һалынды. Улар уникаль флораны һәм фаунаны һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Шулай уҡ алты башҡорт тирмәһенән торған этнокомплекс бар. Ултырышта ҡатнашыусылар бөгөн «Торатау» геопаркын барып ҡарарға йыйына.

«Торатау» геопаркы сиктәрендә сәнәғәт мираҫы объекттарын һаҡлау кеүек ҙур эш алып барыла. Был өлкәләге тәүге проекттарҙың береһе – Көньяҡ Уралдағы боронғо баҡыр иретеү заводы биләмәһен реконструкциялау. Ул Мәләүез районының Воскресенск ауылында урынлашҡан. Ишембай районының Верхотор ауылында ла XVIII быуатта нигеҙ һалынған баҡыр иретеү заводының һаҡланған. Унда XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән бик матур ҡорам һәм күпер бар. Әлеге ваҡытта биләмәне төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара.

Республикала «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы асылды, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Беҙ палеолит дәүеренә ҡараған рәсемдәре менән билдәле мәмерйә янындағы музейҙы бик оҙаҡ төҙөнөк, ата-бабаларыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫы менән һәр кем таныша алырлыҡ итеп эшләнек», - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Рус география йәмғиәте төбәктәре советы ултырышында ҡатнашыусыларҙы иртәгә, 6 июлдә, Шишмә районына Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген асыу тантанаһына саҡырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-05/radiy-habirov-rasskazal-aktivistam-rgo-iz-regionov-rf-o-turob-ektah-bashkirii-3836603

Читайте нас