Дүртөйлө ҡалаһы һәм районының суд приставтары бәлиғ булмаған балаларын ҡарау өсөн аҡса түләмәгән Галина Г.-ны эҙләй. Исмаил ауылынан 31 йәшлек әсәнең 2020 һәм 2022 йылда тыуған сабыйҙарына 200 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған.
«Галинаны Өфөлә ҡасып йөрөй, аҙғын тормош алып бара, эсергә ярата, тиҙәр. Ул суд приставтары хеҙмәтенә бармаған, күптән ҡасып йөрөй, шуға күрә Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы башланғысы менән уны эҙләү иғлан ителде», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Кемдәр уның ҡайҙа икәнлеген белә, 8 (937) 843 62 73, 8 (34787) 3-20-65 телефондарына шылтыратып хәбәр итегеҙ.
«Башинформ» яҙғанса, алимент буйынса йыйылған бурысын түләмәгәндәргә футбол уйындарына йөрөүҙе тыйыуҙары ихтимал.