Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
06:22 (UTC+5), 02 Июля 2024

Башҡортостанда 72 йәшлек кейәү менән 66 йәшлек кәләш никахлашҡан

Фото: Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты
Ксения Калинина

Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл тәүге ярты йыллыҡта Ишембай районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлегендә никахҡа инеү тураһында 162 акт яҙмаһы теркәлгән.

Улар араһында иң йәш пар — 25 йәшлек егет менән 17 йәшлек ҡыҙ.

Ә иң өлкәне — 72 йәшлек кейәү менән 66 йәшлек кәләш. 2024 йылдың 29 июнендә Владимир Лефлер һәм Любовь Глазырина сәстәрен сәскә бәйләгән.

«Уларҙың һөйөүе һүнмәһен, һүрелмәһен, туғандары һәм яҡындары яндарында булһын, ә күңелдәре һәр саҡ йәш ҡалһын», — тип билдәләнеләр ведомствола.

«Башинформ» Башҡортостандан өс парҙың Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһендә өйләнешеүе хаҡында ла хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-02/v-bashkirii-72-letniy-zhenih-i-66-letnyaya-nevesta-vstupili-v-brak-3831329

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика