Рәсәйҙә уҡыусының мәктәптәге тәртибенә баһа ҡуйыуҙары мөмкин. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары советы етәксеһе Валерий Фадеев Советтың эшсе төркөмө ултырышында шундай тәҡдим менән сығыш яһаны. Ул шулай уҡ тәртибе насар булған уҡыусыларҙы сығарылыш имтихандарына индермәҫкә саҡырҙы.
Рәсәйҙең Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, баһа индереүгә ҡаршы түгелдәр.
«Ғөмүмән алғанда, беҙ тәртипкә лә баһа биреүгә ҡаршы түгел, <…> ошо баһаның критерийҙары, уны кем баһалай һәм ошо баһаның эҙемтәләре ниндәй, быны аңларға кәрәк», — тип ведомство етәксеһе Сергей Кравцовтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
Кеше хоҡуҡтары буйынса совет башлығы әйтеүенсә, әгәр уҡыусыларҙың тәртибенә «ҡәнәғәтләнерлек түгел» тигән билдә ҡуйылһа, уларҙы дәүләт имтихандарына индермәҫкә мөмкин. Быға яуап итеп министр «уйланылмаған ҡарарҙар ҡабул итмәҫкә» саҡырҙы.