Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2024, 10:49

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем һалҡынса һауа торошо һәм ямғырҙар һаҡлана

автор
Фото: автор

Синоптиктар фаразы буйынса, был аҙнала республикала һалҡынса, ямғырлы һауа торошо көтөлә.

Бөгөн, 25 июндә, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +13, +18°.

Шаршамбы, 26 июндә, шулай уҡ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +16, +21°.

Кесаҙна, 27 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ фаразлана. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7,+12°, көндөҙ +14, +19°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-25/prohladnaya-pogoda-i-dozhdi-sohranyatsya-v-bashkirii-do-kontsa-nedeli-3821542

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас