22 июндән «Аэрофлот» авиакомпанияһының Өфө — Сочи маршруты буйынса рейстарҙы аҙнаһына 14-кә тиклем арттыра. Улар 158 пассажирға иҫәпләнгән Airbus A320 самолеттарында башҡарыла. «Урал һауа юлдары» авиакомпанияһы ла 29 июндән ошо йүнәлештәге осош программаһын киңәйтә, Өфөнән Сочиға аҙнаһына өс тапҡыр осорға мөмкин.
Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Utair, Nordwind Airlines, Smartavia, Nordstar һәм «Победа» авиакомпаниялары ла Сочиға тура рейстар башҡара. Шулай итеп, йәйгеһен Ҡара диңгеҙ буйына аҙнаһына 40-ҡа яҡын рейс планлаштырыла.