5 июндә Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә. Шулай уҡ республикала урыны менән йәшен, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ фаразлана, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +12, +17°, көндөҙ +24, +29° градус. Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Бүздәк районында бишенсе класлы ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана. Туғыҙ районға иһә дүртенсе класлы янғын хәүефе янай. Асҡын, Баҡалы, Балаҡатай, Дыуан, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел, Кушнаренко һәм Саҡмағошта бер ут сатҡыһынан да янғын сығыу ихтималлығы юғары.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.