17:11 (UTC+5), 28 Май 2024

Туймазы районында Нәсимә Субаева бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Фото: «Туймазы хәбәрҙәре» гәзите
Ләйсән Закирова

Туймазы районынан Нәсимә Субаева бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән. Йөҙйәшәр инәй тыуған көнөн яҡындары менән бергә үткәргән.

Бала сағында Нәсимә Фәтхетдин ҡыҙы уҡытыусы булырға хыялланған. Һуғыш уның бар уй-хыялдарын селпәрәмә килтергән. Мәктәпте тамамлау тураһында аттестатты ул 1941 йылдың 21 июнендә, фашистик Германия һөжүм итерҙән бер көн алдан алған.

«Мин һәр саҡ активист булдым, эштән ҡурҡманым. Тәүҙә мине комсорг итеп тәғәйенләнеләр. Ә 1942 йылдың 1 ғинуарында - Саҡмағош һәм Бүздәк райондары буйынса махсус элемтә фельдъегеры. Фельдъегер - мөһим дәүләт документтарын илтеп биреү менән шөғөлләнгән курьерҙар. Миңә обмундирование һәм пистолет бирҙеләр, үҙ-үҙеңде яҡлау ҡағиҙәләренә өйрәттеләр. Шул ваҡыттан алып мин көн дә, ялһыҙ һәм байрамһыҙ, йөк поездарына махсус пакеттар ташыным. Поезды 10-15 сәғәт көткән саҡтар ҙа булды. Сөнки тәү сиратта яралы һалдаттарҙы фронттан алып ҡайтып килгән пассажирҙар составына йәшел ут бирәләр ине», - тип хәтерләй һуғыш йылдарын йөҙйәшәр инәй.

Һуғыштан һуң Нәсимә Фәтхетдин ҡыҙы Союзпечатта эшләй. Туймазынан Әхтәм Тахфетдин улы менән ғаилә ҡороп, ике ул тәрбиәләп үҫтергән, тип яҙа «Туймазы хәбәрҙәре».

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-28/zhitelnitsa-bashkirii-nasima-subaeva-otmetila-vekovoy-yubiley-3788955

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика