Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.93
0
100.8
0
73.05
+1.44
17+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май , 16:27

Өфөлә табиптар 780 грамлыҡ сабыйға ғүмер бүләк иткән

Өфөләге Республика клиник перинаталь үҙәге
Фото:Өфөләге Республика клиник перинаталь үҙәге

Өфөлә республика клиник перинаталь үҙәгендә 780 грамм булып тыуған сабыйға яңы ҡорамал ярҙамында беренсе операция яһағандар. Табиптар сабыйҙы ҡотҡарып ҡалған һәм һау-сәләмәт йәшәү мөмкинлеген биргән.

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» программаһы ярҙамында беҙ үпкәне яһалма елләтеү өсөн өс аппарат һәм наркоз-тын алыу аппаратын алдыҡ. Яңы ҡорамал менән беренсе операцияны яһаныҡ та инде», — тип белдерҙеләр медицина үҙәгендә.

Бынан алдараҡ Өфөлә табиптар яңы тыуған сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-28/v-ufe-vrachi-vyhodili-780-grammovogo-malysha-3788698

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: