Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
22+ °C
Облачно
Йәмғиәт
24 Мая 2024, 06:44

Синоптиктар ял көндәренә һауа торошон фаразланы

Ксения КалининаКсения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, шәмбе, 25 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, төндә талғын, көндөҙ көслө. Һауа температураһы төндә +1, +6°, урыны менән 0, -5°, көндөҙ +20, +25°, көньяҡ-көнсығышта +15°.

Йәкшәмбе, 26 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе мөмкин. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +15, +20°, көньяҡта +25°.

Бөгөн, 24 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр фаразлана.  Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән киҫкен. Һауа температураһы +10, +15°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-24/sinoptiki-soobschili-o-pogode-v-bashkirii-v-vyhodnye-dni-3780869

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас