Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
22+ °C
Облачно
Йәмғиәт
20 Мая 2024, 05:22

Республикала +23° йылыта

Ксения КалининаКсения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе, 20 майҙа, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡ-көнсығышта көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +15, +20°.

Шишәмбе, 21 майҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ төньяҡ-көнбайыштан талғын, киҫкен. Төндә +1, +6°,көнсығышта  -2° тиклем һалҡынайтып, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе фаразлана, көндөҙ +18, +23°.

Шаршамбы, 22 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел төньяҡ талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11°, урыны менән +1°, көндөҙ +15, +20°.

Бынан алдараҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда көслө ел һәм ҡырау хаҡында иҫкәрткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-20/v-bashkirii-potepleet-do-23-3773607

Автор:Ксения Калинина
Читайте нас