Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май , 11:41

Башҡортостанда 20 йылдан ашыу ваҡыт эсендә ВИЧ менән сирләү кимәле кәмегән

Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге
Фото:Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге

Бөгөн донъяла СПИД-тан вафат булғандарҙы иҫкә алыу көнөн билдәләнә. Йыл һайын майҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә иммунодефицит синдромы ҡорбаны булғандарҙы иҫкә алалар һәм ВИЧ-инфекция менән ауырығандарға теләктәшлек күрһәтәләр. Бынан тыш, дата йәмғиәткә ВИЧ-инфекция менән бәйле проблемаларға иғтибар итергә, кеше иммунодефициты вирусын йоҡторған кешеләргә ҡарата дискриминацияны булдырмаусы мөхит формалаштырыуҙа ҡатнашырға һәм ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү һәм дауалау, сирлеләргә ярҙам хеҙмәттәрен күрһәтеүгә өлөш индерергә саҡыра.

Башҡортостанда ВИЧ инфекцияһы проблемаһы, ауырыу буйынса хәл тотороҡланһа ла, көсөргәнешле булып ҡала. ВИЧ әлеге ваҡытта республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында асыҡланған. Бөгөнгә ВИЧ-инфекциялылар 21 меңдән саҡ ҡына күберәк. Иң юғары сир күрһәткесе Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, шулай уҡ Әбйәлил, Дыуан, Әлшәй, Благовещен, Балаҡатай, Бөрө, Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Ғафури һәм Мәсетле райондарында теркәлгән.

Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге хәбәр итеүенсә, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 1396 пациентҡа «ВИЧ-инфекция» диагнозы ҡуйылған. Былтыр иһә ошо күрһәткес 100 мең кешегә 34,2 тәшкил иткән. Сағыштырыу өсөн, 2022 йылда 34,7 булһа, 2021 йылда — 40,7.

Статистикаға ярашлы, ВИЧ-инфекциялылар араһында ир-егеттәр күберәк — 55,6%. Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялыларҙың 90% эшкә һәләтле йәштә. Йәш динамикаһын өйрәнгәндә асыҡланыуынса, 2000 йылдан 2023 йылға тиклем ВИЧ менән сирләгән 31-40 йәшлектәр — 23,1%-тан 33,4%-ҡа, 41-50 йәштәгеләр 2,8%-тан 32,5%-ҡа тиклем артҡан. Шул уҡ ваҡытта 23 йылда 21-30 йәштәгеләр араһында инфекция йоҡтороусылар 7 тапҡырға тиерлек кәмегән (69% -тан 9,9% -ҡа тиклем).

Яңы асыҡланған ВИЧ-инфекциялы ҡатын-ҡыҙҙарҙың 73%  репродуктив йәштә булған. Әйткәндәй, быйыл тыуғандан алып ВИЧ диагнозы менән йәшәгән (20 йылдан ашыуыраҡ)  өс ҡатын-ҡыҙ һау-сәләмәт сабый тапҡан.

«Был медицина өсөн бик мөһим ҡаҙаныш булып тора һәм заманса дауалау алымдары ВИЧ-инфекциялы ҡатын-ҡыҙҙарға инфекция йоҡтормаған балалар үҫтерергә мөмкинлек биреүен иҫбатлай. ВИЧ-инфекциялы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иһә был ҡыуаныслы яңылыҡ, улар баланы сирҙән һаҡлауҙың һөҙөмтәле ысулдары барлығын белгәс, ышаныслы рәүештә әсә булыу тураһында ҡарар ҡабул итә ала», — тине республика СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров.

Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге
Фото:Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге

Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге белгестәре ВИЧ-ҡа һәм СПИД-ҡа ҡаршы көрәштә профилактиканың мөһим булыуын билдәләй. Халыҡ араһында алып барылған аңлатыу эше ВИЧ-инфекцияһын йоҡтороу осраҡтарын 30% тиклем кәметергә мөмкинлек бирә, ти улар. Йәштәр менән дә эшләргә, уларға сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу тураһында даими һөйләргә кәрәк.

Рафаэль Яппаров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы менән әңгәмәлә йәш быуындың өлкәндәргә ҡарағанда ВИЧ тураһында күберәк белеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Һуңғы йылдарҙа төп иҫкәртеү саралары башлыса йәштәргә йүнәлтелгән. Алға китешкә өлгәштек тип иҫәпләйем. Хәҙерге йәштәр ВИЧ һәм СПИД-тың нимә икәнен яҡшы аңлай. Өлкән быуындың ошо ауырыу алдында ҡурҡыу хисе юҡ. Әлеге ваҡытта сир йоҡтороуҙың яңы осраҡтары 35 йәштән өлкәндәр араһында йышыраҡ асыҡлана. Шуға күрә беҙҙең эштә уларға баҫым яһарға кәрәк, сөнки был йәштә кешеләр ВИЧ-тан ҡурҡмай һәм профилактика менән шөғөлләнеүҙән туҡтай, проблемаға тынысыраҡ ҡарай башлай. Шуны онотмаҫҡа кәрәк: ВИЧ-инфекция бар, коронавирус инфекцияһы фонында юғалманы, ул кешене тағы ла бер тапҡыр үҙенең һаулығы тураһында уйланырға мәжбүр итергә тейеш», — тине мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Үҙәк белгестәре ВИЧ-инфекциялы кешеләргә ярҙам итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләренә ҡағылышлы төбәк-ара практик семинарҙарҙа даими ҡатнаша. Яңыраҡ Түбәнге Новгородта медицина хеҙмәткәрҙәре тәжрибәһе һәм белеме менән уртаҡлашты, сөнки улар даими профессиональ үҫешкә ынтылырға, пациенттарға ярҙам итеүҙең сифатын яҡшыртыу теләгенә йүнәлтелгән. Башҡортостандан министрҙың беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова һәм республика СПИД үҙәгенең баш табибы, Волга буйы федераль округында Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ВИЧ-инфекция буйынса штаттан тыш баш белгесе Рафаэль Яппаров ҡатнашты.

Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияһын иҫкәртеү буйынса семинарҙар, акциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, ВИЧ-ҡа экспресс-тест үткәреү халыҡҡа сир тураһында дөрөҫ мәғлүмәт бирә, сирҙән нисек һаҡланырға, бушлай медицина ярҙамы алырға өйрәтә. Республикала йәшәүселәр республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә (Өфө, Кустарная урамы, 18) йәки йәшәгән урыны буйынса поликлиникала ВИЧ-инфекцияға тикшереү үтергә мөмкин. Рәсәй граждандары өсөн ВИЧ-инфекциянан дауаланыу — бушлай.

Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге
Фото:Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге

Бөгөн Үҙәк үҙенең эшмәкәрлеге менән СПИД-ты иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа алға китеш, шулай уҡ сирҙең артабан таралыуына ҡаршы торорға әҙер булыуын  күрһәтә. Уҙған йылдың ноябрендә «Иң яҡшы СПИД-үҙәк-2023» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеү яуланы. Башҡортостан үҙәге «СПИД үҙәгенең СОНКО (социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошма - ред. иҫкәрмәһе) менән үҙ-ара эш итеүенең иң яҡшы тәжрибәһе » номинацияһында икенсе урынды алды. Шулай уҡ республиканың СПИД үҙәгендә 30 йылдан ашыу эшләгән клиник лаборатория диагностикаһы табибы Илүсә Ғүмәрова «Һайлауға тоғролоҡ өсөн» номинацияһында билдәләнде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-19/v-bashkirii-za-bolee-chem-20-let-znachitelno-snizilsya-uroven-zabolevaemosti-vich-3768914

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: