Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2024, 11:40

Өфөлә «Китап байрамы»на әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу өсөн бер аҙнаға урамдар ябыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара фестивале барышында ҡаланың тарихи үҙәгендәге бер нисә урамды ябалар, тип иҫкә төшөрә баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәте.

21-28 майҙа – Пушкин урамында (Цюрупанан Ленинға тиклем), Совет урамында (Зәки Вәлидиҙән Пушкинға тиклем) хәрәкәт сикләнә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе 2024 йылдың 24-26 майында Өфөнөң Совет майҙанында икенсе тапҡыр ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн 164 нәшриәт ғариза биргән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-16/v-ufe-dlya-podgotovki-i-provedeniya-kitap-bayrama-na-nedelyu-perekroyut-ulitsy-3768129

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас