Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 13 майҙан 19-на тиклем «Сәләмәтлек поездары» хәрәкәте графигын баҫтырып сығарҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, улар алты маршрут буйынса йөрөй һәм республиканың алыҫ ауылдарында йәшәгән халыҡты бушлай тикшерә. Был аҙнала табиптар түбәндәге ауылдарҙа эшләй:
- 13-15 майҙа Белорет районының Тирлән ауылы;
- 16-17 майҙа Белорет районының Абҙаҡ ауылы;
- 14-15 майҙа Дыуан районының Арый ауылы;
- 16-17 майҙа Дыуан районының Михайловка ауылы;
- 14-15 майҙа Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылы;
- 16-17 майҙа Дүртөйлө районының Йосоп ауылы;
- 13-15 майҙа Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылы;
- 16-20 майҙа Бүздәк районының Кәпәй-Ҡобау ауылы;
- 13-14 майҙа Әлшәй районының Ҡырым ауылы;
- 15 майҙа Әлшәй районының Торонтайыш ауылы;
- 16-17 майҙа Әлшәй районының Ыҫлаҡ ауылы;
- 13-14 майҙа Шишмә районының Иҫке Муса ауылы;
- 15-16 майҙа Архангел районының Ҡыҙыл Еҙем ауылы;
- 17-20 майҙа Архангел районының Ырныҡшы ауылы.
«Сәләмәтлек поездары» составында Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, маммографтар, флюорографтар, шулай уҡ тар белгесле табиптар бригадалары эшләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күсмә медицина комплексы 15 апрелдән эшләй башланы. Ярты йылда табиптар 331 ауыл халҡын тикшерергә тейеш.