«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Бөрйән урмансылығы сигендә айыу һөйәктәрен тапҡан. Айыуҙы айыу ашап киткән, тип ышаныс менән әйтә улар.
«Айыуҙар араһында бындай күренеш осрай, ҡышҡы йоҡонан һуң улар ныҡ ас булырға мөмкин. Ҡайһы берҙә улар, башлыса, ата айыуҙар, ас йөрөгән саҡтарында йәшерәктәренә ташлана», — тип белдерҙеләр ҡурсаулыҡта.
Былтыр ҙа ҡурсаулыҡ биләмәһендә айыуҙар араһында каннибализм осрағы теркәлгән.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.