

Өфөлә 3 майҙа көндөҙ ҡар яуған. Был турала Орджоникидзе, Киров, Ленин һәм Калинин райондарында йәшәүселәр хәбәр итә. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, киләһе тәүлектә лә республикала бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа тайғаҡ булыуы көтөлә.
Бынан тыш, 4 майҙа Башҡортостанда елдең секундына 18 метр тиҙлектә иҫеүе, төндә һәм иртән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы фаразлана. Шулай уҡ төндә республикала урыны менән -5 тиклем һыуытып, ҡырау төшөүе көтөлә.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-03/na-ufu-v-mae-obrushilsya-snegopad-3752368
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.