



Өфөлә Башҡортостандың телевизион тапшырыуҙарының 65 йыллығына арналған тематик аллея ултыртылды. Республикабыҙҙың баш ҡалаһына арналған сара «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы барышында уҙҙы.
Аллея Ғафури урамында Телеүҙәк янында урынлашҡан. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уны «Гринспайер» һәм «Ватерери» сортлы 50-нән ашыу ҙур ағас, шулай уҡ иҫтәлекле таҡта ҡуйылған декоратив таш биҙәй.
Ағас ултыртыуҙа Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев, «Ватан көсө» форумы резиденттары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Башҡортостан телевидениеһы ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда «Йәшел Башҡортостан» акцияһы 70 мең кешене берләштерҙе.


© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.