Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
83.88
+0.3
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель , 15:48

Башҡортостанда аҙашҡан бәшмәксе төнө буйы түңгәктә ҡотҡарыусыларҙы көтөп ултырған

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
Фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Яңауыл районында көндөҙ урманға бәшмәк йыйырға киткән ир юғалған. Кисен ул туғанына шылтыратып, аҙашыуы хаҡында хәбәр иткән, һуңынан телефоны һүнгән. Бәшмәксене шул уҡ кистә таба алмағандар, иртән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ла эҙләү эшенә йәлеп ителгән.

Ирҙең автомобиле үҙе йәшәгән Вояҙы ауылынан 4 саҡрым алыҫлыҡта табылған. Ә көндөҙ ҡотҡарыусылар, ниһайәт, бәшмәксене лә тапҡан.

«Өшөгән һәм хәлһеҙләнгән иргә тәүҙә ярҙам күрһәткәндәр. Шунан һуң ғына өйөнә алып ҡайтҡандар. Ул төнө буйына урманда түңгәктә ултырған. Ике ҡабыҙғысы ла ямғырҙан еүешләнгән, шуға усаҡ яға алмаған, — тип хәбәр иттеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән. — Эҙләүҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары, Яңауыл урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы ауыл биләмәһе вәкилдәре лә ҡатнашты».

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан урмандарында бер нисә бәшмәксенең ғәйеп булыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-25/v-bashkirii-zabludivshiysya-gribnik-vsyu-noch-prosidel-na-penke-v-ozhidanii-spaseniya-3742728

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: