Өфө мэры Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостандың баш ҡалаһында фонтандарҙы асыу көнө һәм ваҡыты тураһында хәбәр итте.
Әйтәйек, Мостай Кәрим һәйкәле янындағы фонтан— 25 апрелдә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә, «Ете ҡыҙ» —25 апрелдә киске 5-тә, Салауат Юлаев майҙанындағы «Ҡурай» — 25 апрелдә киске 6-ла, Совет майҙанындағы фонтан — 25 апрелдә киске 7-лә, Имәндәр скверындағы «Бейеүсе торналар» — 1 майҙа киске 6-ла, Орджоникидзе исемендәге майҙанда фонтан — 25 апрелдә көндөҙгө сәғәт 12-лә, «Сәғәт» — 25 апрелдә көндөҙгө 1-ҙә, «Ҡашҡаҙан» паркындағы фонтан — 26 апрелдә киске 6-ла, ә Беренсе Май паркындағы фонтан 1 майҙа көндөҙгө 12-лә асыла.
Бынан алдараҡ республикала йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндерә башланылар.