Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
10:46 (UTC+5), 22 Апреля 2024

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү саралары башланды

Фото: Ксения Калинина, архив
Дарья Субботина

Өфөлә 22 апрелдән «Бурыслы» иҫкәртеү саралары башланды, улар аҙна дауамында бара. Баш ҡала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, операцияның төп маҡсаты —  юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған граждандарға һалынған штрафты ваҡытында түләү кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрөү.

«Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.25-се статьяһына ярашлы, штрафты 60 көн эсендә түләмәгән осраҡта икеләтә штраф йәки 15 тәүлеккә ҡулға алыу, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр янай. Штрафты 20 көн эсендә түләгәндә, уның 50% ғына ҡаплау мөмкинлеге бар», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Түләнмәгән штрафтар тураһында мәғлүмәтте дәүләт автоинспекцияһының рәсми сайтында, шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-22/v-ufe-nachalis-profilakticheskie-meropriyatiya-dolzhnik-3737499

 

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика