

Башҡортостанда Дүртөйлө — Әчит трассаһы участкаһын 2024 йылдың декабрендә сафҡа индереү планлаштырыла. Был хаҡта «Автодор» дәүләт компанияһының күҙәтеү советы ултырышында дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко хәбәр итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юл М-12 трассаһының Екатеринбургҡа тиклем дауамы һәм Санкт-Петербургтан Владивостокка тиклем «Рәсәй» тиҙ йөрөшлө транспорт маршрутының бер өлөшө була. Объект хәрәкәт хәүефһеҙлеген арттырыр, йөк трафигын тораҡ пункттарҙан ситкә сығарыр, шулай уҡ юл ваҡытын ҡыҫҡартыр һәм ҙур төбәк үҙәктәрен тоташтырыр тип көтөлә.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.