Дуҫлыҡ Монументы янындағы Ағиҙел буйында колоннада төҙөлә башланы. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан-Абхазия дуҫлығы хөрмәтенә колоннадаға тәүге нигеҙ ташы 2023 йылдың октябрендә һалынды.
Колоннаданың бейеклеге – 12 метр, оҙонлоғо – 30 метр, киңлеге – 6 метр. Материалдарҙан фельзит ташы йәки гранит ҡулланыла. Дизайны буйынса ул Сухум ҡалаһындағы яр буйы колоннадаһын хәтерләтә.
«Эргәлә генә рус һәм башҡорт халҡының бөйөк туғандаш дуҫлығын сағылдырған монументтың тороуы символик мәғәнәгә эйә. Ул Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы төҙөлгән. Һәр ваҡыт дуҫ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, уңыштарға һөйөнөп йәшәү мөһим. Беҙ абхаз халҡы менән шулай йәшәргә тырышабыҙ. Колоннада - күптәнге тарихы булған мәңгелек дуҫлыҡ билдәһе. Уҙған быуаттың 20-се йылдарында, Волга буйында аслыҡ булған саҡта, Абхазия беҙгә аҙыҡ-түлек менән ярҙам иткән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яугирҙәребеҙ Абхазия дауаханаларында һәм госпиталдәрендә дауаланған, ә 90-сы йылдарҙа беҙ, башҡорттар, абхаздарға гуманитар ярҙам күрһәттек. Ғорурланырға хаҡыбыҙ бар. Республика көнөндә килеүегеҙ - беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Колоннаданы теүәл бер йылдан, 11 октябрҙә асабыҙ», - тип вәғәҙәләне Радий Хәбиров.