Республика көнөндә Дуҫлыҡ монументы янындағы Ағиҙел йылғаһы буйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия президенты Аслан Бжания Сухум ҡалаһындағы кеүек колоннадаға нигеҙ ташын һалыуҙа ҡатнашты.
«Шуныһы символик мәғәнәгә эйә: өҫтәрәк рус һәм башҡорт халҡының дуҫлығын сағылдырған Монумент тора. Ул Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы һалынған. Һәр ваҡыт дуҫ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, уңыштарға һөйөнөп йәшәү мөһим. Беҙ абхаз халҡы менән шулай йәшәргә тырышабыҙ. Колоннада - күптәнге тарихы булған мәңгелек дуҫлыҡ билдәһе. Уҙған быуаттың 20-се йылдарында, Волга буйында аслыҡ булған саҡта, Абхазия беҙгә аҙыҡ-түлек менән ярҙам иткән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яугирҙәребеҙ Абхазия дауаханаларында һәм госпиталдәрендә дауаланған, ә 90-сы йылдарҙа беҙ, башҡорттар, абхаздарға гуманитар ярҙам күрһәттек. Ғорурланырға хаҡыбыҙ бар. Республика көнөндә беҙгә килеүегеҙ - оло мәртәбә. Колоннаданы теүәл бер йылдан, 11 октябрҙә асабыҙ», - тип вәғәҙәләне Радий Хәбиров.
Бөгөн ике республика бер-береһенә яҡынайыу өсөн тағы бер аҙым яһаны, тип билдәләне Абхазия Президенты Аслан Бжания.
«Һоҡланғыс республикағыҙға ҙур теләк менән килдем. Өфөлә ыңғай тәьҫораттар алыу өсөн тағы ла бер символик урын барлыҡҡа килә. Һеҙҙе Республика көнө, ҡаҙаныштарығыҙ менән ҡотлайым. Абхазияға ярҙам иткән Башҡортостан алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ. Аяҙ күк йөҙө теләйем, бәхетле булығыҙ», - тине Абхазия президенты.
Колоннаданың бейеклеге – 12 метр, оҙонлоғо – 30 метр, киңлеге – 6 метрға тиклем, материалдары иһә фельзит ташы йәки гранит.