

Башҡортостандың күп функциялы үҙәгендә хеҙмәт күрһәтеүҙе көтөү ваҡыты 25 минуттан 5 минутҡа тиклем ҡыҫҡартылды. Был хаҡта республика премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.
Республиканың министрҙар кабинеты рәйесе билдәләүенсә, хәҙер күп функциялы үҙәктә 380-нән ашыу дәүләт һәм муниципаль сервистарҙан файҙаланырға мөмкин.
«Башҡортостан ошо йәһәттән алдынғы биш төбәк иҫәбендә. Хеҙмәттәр һаны 2018 йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға артты», — тип белдерҙе Назаров.
Шулай уҡ граждандарҙан килгән ялыуҙарҙың өс тапҡырға тиерлек кәмеүе билдәле.