Белорет районында яҙғы ташҡынға бәйле Ноҡат, Арышпар һәм Айыс ауылдарына машина менән барыу ауырлашты. Был хаҡта муниципалитет хакимиәте хәбәр итә.
Ошо ауылдарға юлһыҙ ерҙән үтә алған транспортта ғына барып етергә мөмкин.
«Беҙ Инйәр ауыл советы башлығы менән бәйләнештә торабыҙ. Халыҡҡа әлегә был йүнәлештә юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ», — тип белдерҙеләр район властары.
Кисә Ғәбдүк һәм Зөйәк ауылдарында Инйәр йылғаһы боҙҙан әрселде. Район хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, ваҡытында ҡарайтыу һәм шартлатыу эштәрен башҡарыу боҙ тығынын булдырмаҫҡа мөмкинлек бирҙе.
«Бөтә фельдшер- акушерлыҡ пункттарында — дарыуҙар, ауыл кибеттәрендә аҙыҡ-түлек запасы бар. Халыҡ боҙ китә башлағанын, көтөлмәгән хәл килеп тыуған осраҡта үҙеңде нисек тоторға икәнде белә», — тиелгән белдереүҙә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, тәүлек эсендә республика халҡынан һыу баҫыу тураһында 120 хәбәр килгән. Бер тәүлектә Иглин районының Пятилетка ауылы эргәһендәге Эҫем йылғаһы — 166 сантиметрға, Өфө районының Булгаков ауылы янындағы Өршәк йылғаһы 119 сантиметрға күтәрелгән.