Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-13 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2024, 11:33

Республикала йөҙҙән ашыу кеше коронавирус менән сирләй

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда коронавирусты йоҡтороусылар артҡан. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә 103 кешелә ошо инфекция асыҡланған. Сағыштырыу өсөн, уҙған аҙнала төбәктә 95-97 кеше сирләгән.

Әлеге ваҡытта 143 пациент, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 80 кеше стационарҙа дауалана. Ә 1903 сирле – өйөндә, уларҙың 801-е 60 йәштән олораҡ.

Тәүлек эсендә 102 кеше һауығып сыҡҡан.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-18/v-bashkirii-zabolevshih-koronavirusom-prevysilo-sto-chelovek-3689489

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас