

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә академик Шумаков исемендәге трансплантология һәм яһалма органдар үҙәге етәксеһе Сергей Готье менән осрашыуы хаҡында яҙҙы. Улар Башҡортостанда медицинаның мөһим йүнәлешен үҫтереү тураһында фекер алышты.
«Шумаков исемендәге үҙәк – донъяла трансплантология өлкәһендәге алдынғы учреждение. Тәү сиратта Сергей Владимировичҡа бында беҙҙең табип-трансплантологтарҙы ихлас ҡабул итеүҙәре, стажировка үтеүҙәре һәм үҙ компетенцияларын күтәреүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙем. Башҡортостанда трансплантология юғары кимәлдә, табиптарыбыҙ үҙенсәлекле операция яһай, йөрәк, үпкә һәм башҡа ағзаларҙы күсереп ултырта. Ошо үҙккә килеүебеҙ – тәжрибә үҙләштереү һәм артабан ниндәй йүнәлештә эшләү кәрәклеген аңлау мөмкинлеге ул», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Башҡортостанда трансплантология хеҙмәтен, донорлыҡты үҫтереү программалары әҙерләнә, тип билдәләне республика етәксеһе.Был йүнәлештә эш дауам итә.


© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.