Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2024, 14:59

Республиканың баш дәүләт автоинспекторы мөһим белдереү менән мөрәжәғәт итте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә дәүләт автоинспекцияһы «Айыҡ водитель» операцияһын үткәрә. Рейдтар 11 мартҡа тиклем дауам итә, сөнки байрам көндәрендә эскән килеш рулгә ултырырға теләүселәр күп, тип хәбәр итте Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов. Рейдтарҙың төп маҡсаты - иҫерек водителдәрҙең ғәйебе менән хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм аварияларҙы кәметеү, тип билдәләне ул.

«Ҡәҙерле дуҫтар, әйҙәгеҙ, яҙғы байрамдың йәмен ебәрмәйек. Ошо көндәрҙе ғаиләбеҙ һәм яҡындарыбыҙ менән үткәрәйек», - тип мөрәжәғәт итте баш дәүләт автоинспекторы.

Шулай уҡ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ышаныс телефоны (8 347-279-32-92) аша хәбәр итергә мөмкин, бынан тыш, @GIBDDRB_02bo эшләй. Хәбәрҙәр аноним.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-07/glavnyy-gosavtoinspektor-bashkirii-sdelal-vazhnoe-zayavlenie-3673184

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас