

Өфө халҡын Шаҡша күперендә хәрәкәтте ваҡытлыса ябыу тураһында иҫкәрттеләр.
Ҡала мэрияһы хәбәр итеүенсә, геодезия эштәренә бәйле 7 мартта сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем күперҙә ике йүнәлештә лә хәрәкәт ябыла.
Был ваҡытта экстрен хеҙмәттәрҙең (полиция, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, янғын һүндереүселәр, ашығыс ярҙам, авария) автомобилдәренә күперҙең бер һыҙатынан үтергә рөхсәт ителә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Шаҡша күперенең беренсе сираты буйынса хәрәкәт итеү июндә башлана.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.