

Мутлашыусылар Telegram мессенджерында республика Башлығының ялған аккаунтын булдырған. Радий Хәбиров үҙенең ТГ-каналына сторис һалып, яҙылыусыларын ошо хаҡта иҫкәртте. Ул үҙенең исеменән «төрлө үтенестәр» менән хәбәрҙәр килә башлаһа, уяу булырға саҡырҙы.
«Уяу булығыҙ! Мутлашыусылар минең исемдән төрлө үтенестәр менән хәбәрҙәр ебәрергә мөмкин», - тип яҙа Радий Хәбиров.
Бынан алда «Башинформ» мутлашыусыларҙың Өфөнөң Калинин районы башлығының ялған аккаунтын булдырыуын хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.