Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-4 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Февраль 2024, 11:03

Паникаға бирелмәҫкә! Башҡортостанда сиреналар яңғырай

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, архив
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, архив

Башҡортостанда, шул иҫәптән Өфөлә, 6 мартта иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем халыҡҡа махсус хәбәр итеү системаһын тикшерәләр. Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, электр сиреналары ҡабыҙыла, тауыш көсәйткестәр аша, телевидение һәм радио каналдары эфирында тикшереү үткәреү тураһында хәбәрҙәр яңғырай.

«Тыныс булығыҙ! Ғауғаға бирелмәгеҙ, барыһы ла планға ярашлы!», —  тип мөрәжәғәт иттеләр халыҡҡа ҡала мэрияһында.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм башҡа экстрен хеҙмәттәрҙең Өфөнөң «Көнсығыш сығыу юлы» тоннелендә уҙған күнекмәһе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-29/bez-paniki-v-bashkirii-zavoyut-sireny-3661854

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас