

Башҡортостандан 12 мең ғаилә «Бар ғаилә менән» федераль проектында ҡатнашты. Республика – әлеге проектта ҡатнашыусылар һәм призерҙар һаны буйынса алдынғылар араһында. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Президент иғлан иткән Ғаилә йылында ошо турала һөйләү айырыуса күңелле тип билдәләп, ул проектта ҡатнашыусыларҙың бер нисә фотоһын һалған.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, проектта ҡатнашыусыларға артыҡ ҡатмарлы булмаған эштәр тәҡдим ителә. Мәҫәлән, бергәләп киноға йәки башҡа сараға барырға, байрам табынына ризыҡ әҙерләргә, ғаилә менән саңғыла йөрөргә. Фотоларҙы йәки видеояҙманы #всейсемьей һәм #всейсемьей02 хештегтары менән социаль селтәргә һалырға кәрәк. Иң сағыуҙарына һәм әүҙемдәренә приздар тапшырыла (бүләк сертификаттары, аҡыллы колонкалар һәм хатта сәйәхәткә сығыу мөмкинлеге бар). Проектта ҡатнашыу өсөн уның сайтында теркәлеү зарур.
«Бында бүләктәр мөһим түгел, әлбиттә. Иң ҡәҙерлеһе – яҡындарыбыҙ менән үткәргән ваҡыт», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Башинформ» Башҡортостанда Ғаилә йылының нисек башланыуы хаҡында яҙып сыҡҡайны.