Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Йәмғиәт
26 Февраля 2024, 09:29

Башҡортостанда муниципалитеттар төҙөкләндереү барышын нығыраҡ күҙәтергә мөмкин

Валерий ШаховВалерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы урындағы үҙидара тураһында республика законына үҙгәрештәр индерҙе. Хәҙер урындағы үҙидара органдары ҡарары буйынса төҙөкләндереү өлкәһендә муниципаль контроль функцияларын муниципаль учреждениеларға йөкмәтеү мөмкинлеге ҡаралған. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы, административ комиссиялар төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн хоҡуҡ боҙоусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттыра алмай. Өфөлә 9 белгес кенә ошондай вәкәләттәргә эйә. Закон ҡабул ителһә, вәкәләтлеләр даирәһен киңәйтеү һәм халыҡ уңайлыҡта йәшәһен өсөн ҡалаларҙың, ауылдарҙың тышҡы күренешенә тейешле контролде яйға һалыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Өфөнөң 450 йыллығы алдынан был айырыуса мөһим.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-26/v-bashkirii-munitsipalitety-smogut-effektivnee-sledit-za-blagoustroystvom-gorodov-3657344

Автор:Роман Якимчук
Читайте нас