Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
5+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2024, 15:32

Өфө лимонарийында ҡаланың 450 йыллығына цитрустарҙың яңы сорты сығарылды

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Өфө лимонарийында хәҙер лимондың «Салауат» тигән яңы сорты үҫә. Ул ҡалаға 450 йыл тулыу уңайынан сығарылды. «Салауат» сорты иң ҙуры булып һанала. Уның ауырлығы — 1,8 килограмдан ашыу.

Хәҙерге көндә 1 гектар майҙанды биләгән теплицала 1,3 мең лимон ағасы үҫтерелә, улар йылына 25 тонна уңыш бирә. Йыл һайын баҡсаға 30 меңдән ашыу кеше килә.

Уҡытыу-тәжрибә хужалығының «Урман», «Салауат», «Ләйсән» сортлы лимондары һәм «Уралтау», «Зилә» цитрондары дәүләт селекция ҡаҙаныштары реестрына индерелгән.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөнөң ботаника баҡсаһында фейхоаның сәскә атыуы тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-22/v-ufimskom-limonarii-k-450-letiyu-goroda-vyveli-novyy-sort-tsitrusov-3654900

Читайте нас