Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль , 11:31

«Рәсәй» күргәҙмәһендә Башҡортостан шифаханаһына сертификат уйнатылды

Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында «Танып» шифаханаһына ике кешелек сертификат уйнатылды. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәте буйынса, Новокуйбышевскиҙан уҡытыусы Екатерина Жукова еңеүсе булды.

«Башҡортостанда бер тапҡыр ҙа булғаным юҡ. Хәҙер мотлаҡ килермен. Уйын өсөн рәхмәт! Күргәҙмәлә иң ҡунаҡсыл стенд һеҙҙеке», — тине ул.

Бынан алдараҡ күргәҙмәлә «Сәләмәт Башҡортостан» тематик аҙналығы асылды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-16/na-vystavke-rossiya-razygrali-sertifikat-v-sanatoriy-bashkirii-3645997

Автор:Иван Вавилов
Читайте нас: