Башҡортостанда бөтә төр транспорт өсөн төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа хәрәкәт асылды, тип хәбәр иттеләр республика Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, республика юлдарын таҙартыуға 500-ҙән ашыу берәмек юл техникаһы, шул иҫәптән 142 ҡатнаш юл машиналары йәлеп ителгән. Юлда тайғаҡ булмаһын өсөн һуңғы тәүлектә ике мең тоннанан ашыу ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы ҡулланылған.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.