Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика ғалимдарын һөнәри байрамы — 8 февралдә билдәләнгән Рәсәй фәне көнө менән ҡотланы. 1724 йылдың тап ошо көнөндә Петр I бойороғо менән Рәсәйҙә Фәндәр академияһына нигеҙ һалына.
Һуңғы тиҫтә йылдарҙа фән донъяны үҙгәртте һәм тормоштоң бөтә өлкәләренең үҫеш нигеҙенә әүерелде, тип билдәләне. Фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән иҡтисадтың үҫеше, технологик суверенитет, глобаль конкуренцияға һәләтлелек һәм илдең именлеге хәл иткес дәрәжәлә уның ҡаҙаныштарына бәйле, тип билдәләне республика етәксеһе.
«Бөгөн академиялар, университеттар, лабораториялар һәм индустриаль партнерҙарҙың инновацион үҫеш үҙәктәре — ил фәненең киләсәге ул. Башҡортостан юғары ғилми, производство-технологик, инновацион потенциалға таянып, илдең сәнәғәте үҫешкән алдынғы төбәктәренең береһе булып тора, — тиелә ҡотлауҙа. — Башҡортостан ғалимдарының ҡаҙаныштары менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Беҙҙең ғалимдар Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең фәнни үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек итә, донъя ғилеме үҫешенә тос өлөш индерә. Уларға ярҙам итеү өсөн беҙ премиялар, гранттар, исемле стипендиялар булдырҙыҡ».
Радий Хәбиров билдәләүенсә, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең яҡшы эшләүе һөҙөмтәһендә Башҡортостан университеттары күп кенә федераль проекттарҙа һәм программаларҙа еңеү яуланы. Яңы проекттарға старт бирелде, шул иҫәптән төбәк ярҙам саралары иҫәбенә.
«Ошо көндәрҙә ил президенты В. Путин ҡатнашлығында асылған Вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты, һис шикһеҙ, республикала фәндең һәм мәғарифтың үҫешенә яңы этәргес бирер. Ғалимдарыбыҙға — аспиранттан алып академикка тиклем — ғилми эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, бөтмәҫ дәрт һәм изгелек теләйем!», — тигән теләктәрен еткерҙе республика етәксеһе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.