Татарстан ТНВ каналының башҡарма директоры Алина Сөләймәнова каналдың Луганскиҙағы вәкиллеге директоры итеп тәғәйенләнде.
Луганскиҙа ТНВ телеканалының вәкиллеге асыла. Ҡарарға бөгөн ҡул ҡуйылды. Был турала үҙенең сығанаҡтарына һылтанма менән «Интертат» хәбәр итте.
ТНВ етәкселеге вәкиллекте асыу сәбәбен Луганск Халыҡ Республикаһындағы хәл- ваҡиғаларҙы даими яҡтыртыу кәрәклеге менән аңлата. Алина Сөләймәнова ТНВ-ла 2021 йылдың май айынан эшләй. Быға тиклем ул Өфө вице-мэры вазифаһын биләне.